Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Август 2020, 10:50

Фажиғәлә өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Бәрелеш бик көслө була.

Һуңғы ике көндә республикала үлемесле авариялар һаны ҡырҡа артты. Кисә генә Өфөлә бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне, бөгөн йәнә ҡурҡыныс авария.
Ул М7 трассаһында, Өфө районында була. Юлда “Лада Приора” менән “ВАЗ-2101” автомобилдәре бәрелешә. Тәүге машина рулендә 33 йәшлек Өфө районы кешеһе ултырһа, икенсеһе менән 78 йәшлек Өфө ҡалаһы кеше идара иткән.
Бәрелеш бик көслө була. Ике водитель дә табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Шулай уҡ “ВАЗ-2101” автомобилендәге пассажир ҙа урында үлә. Машиналар металл өйөмөнә әйләнә, кешеләрҙең кәүҙәләрен ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар менән һөйрәп сығара.
Был аварияның сәбәптәре әле асыҡлана.
Ялдар етә. Юлдарҙа йәнә машиналар артасаҡ. Һауа торошо ла ямғырлы тора. Насар көндәрҙә авариялар йышыраҡ була шул. Һаҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөйөк.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: