Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Август 2020, 11:37

Атаһын туҡмап, өйгә ут төрткән егетте эҙләйҙәр

Ул ауылда атаһы менән шәхси йортта йәшәгән.

"КП-Өфө" мәғлүмәттәре буйынса, йәш кеше Дүртөйлө районы ауылдарының береһендә атаһы менән шәхси йортта йәшәгән.
Кис ата менән ул араһында ыҙғыш сыға. Ҡәбәхәт ир ғәрип атаһын туҡмап, өйгә ут төртә һәм урындағы ауыл хакимиәтенең автомобиленә ултырып ҡаса.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр 53 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен генә алып сыға.

Юғалған машинаны хоҡуҡ һаҡсылары күрше районда таба. Ә уғры үҙе унда булмай сыға. Әле полиция ике төр ауыр енәйәттә шик аҫтына алынған егетте эҙләй һәм хәл-ваҡиғаның ағышын тергеҙә. Үлтереү һәм машина алып ҡасыу буйынса енәйәт эштәре асылған.

Фото:haiphim.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: