Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Август 2020, 11:07

Водитель иҫерек булған...

*

Өфөнөң Совет урамында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ла эскән килеш руль артына ултырыусының ғәйепле булыуы асыҡланған. Республиканың дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән 33 йәшлек водитель ВАЗ-2114 автомашинаһына эскән килеш идара иткән һәм "Honda Crosstour" автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә, эскән ир төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған һәм дауаханаға оҙатылған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Бигерәк тә спиртлы эсемлектәр ҡулланып, руль артына ултырыусыларҙы мөмкин тиклем юлға сығарыуҙан һаҡ булығыҙ, улар янына ултырмағыҙ, тап эскән водителдәр күпселек аварияға сәбәпсе икәнлеген бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Юлдарҙа тиҙлек режимын боҙмағыҙ.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: