Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Август 2020, 00:14

Күгәрсендә - ял базаһында янғын

"8-гә 7 метрлыҡ ағас йорттоң 10 квадрат метрын ут ялмағайны", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.

12 август төштән һуң Мораҙым ауылы эргәһендәге ял базаһында ағас өйҙә ут сыҡҡан.

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, янғын башланған ерҙән алыҫта түгел төбәк-ара мәҙәни форум барған. Унда дежурҙа йөрөгән ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишетеү менән бик тиҙ ярҙамға килеп етә.

"Утты тиҙ арала йүгәнләргә ҡотҡарыусыларҙың яҡында булыуы ныҡ ярҙам иткәндер. Бәхеткә, янғын ҙур зыян һалып өлгөрмәне. 8-гә 7 метрлыҡ ағас йорттоң 10 квадрат метрын ут ялмағайны", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Янғын һүндереүселәргә урындағы халыҡ та ярҙамлашҡан. Бәхеткә күрә, янғындан зыян күреүселәр юҡ.

Фото:news.bash.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: