Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Август 2020, 10:58

Өфөлә судтан кешеләрҙе эвакуациялағандар

Берәй хәл булдымы икән?

Өфө ҡалаһының Киров район судында көндөҙгө 12:45 сәғәт тирәһендә эвакуация башланған. Был ашығыс сара бомба һалыу тураһындағы мәғлүмәткә бәйле икән. Уны Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла раҫлаған.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын машиналары, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре килгән. АиФ хәбәрсеһе белдереүенсә, суд бинаһындағы халыҡты эвакуациялағандан һуң, унда кинологтар эшләгән, эскә береһен дә индермәгәндәр.
Эвакуация башланған саҡта судтың сайтында "суд эш башҡарыу" бүлеге эшләмәгән. Башҡортостан судтарының берләштергән матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, был электр утының һүндерелеүенә лә бәйле булыуы ихтимал.
АиФ/Ольга Баженова фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: