Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2020, 10:36

Заправка шартлаған...

Волгоград ҡалаһының Тракторозавод районында автозаправка шартлаған. Әле уны һүндергәндәр. Шартлау һөҙөмтәһендә әлегә ун өс кешенең зыян күреүе билдәле. Зыян күргәндәрҙең дүртәүһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы хеҙмәткәрҙәре, уларҙың берәүһе ауыр хәлдә, дауаханала ята. Тағы ла туғыҙ кеше дауаханаға оҙатылған, ә өс кеше дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. “Дүрт шартлау булды. Бер тапҡыр шартлағас, әллә ни иғтибар бирмәнек. Аҙаҡ кешеләр ҡысҡырыша башлағас, ҡарарға булдыҡ. Унан һуң тағы ла өс көслө шарлау яңғыраны, хатта тәҙрәләр сыңлап китте”, “Бер нисә шартлау булды. Һуңғы шартлау шундай көслө булды, хатта йорт һелкенде. Төтөн һәм ялҡын ике тарафта ла булды”, “Өсөнсө ут иң көслөһө ине, тулҡын һәм эҫе 400 метрға етте”, “Иң көслө шартлау ваҡытында 1,5 саҡрым алыҫлыҡта инем, йорт һелкенде, “хәҙер емерелә инде” тип уйланым” тип уртаҡлаша ваҡиға шаһиттары. Мәғлүм булыуынса, заправка эргәһендә газ ташыған автомобиль шартлаған, һуңынан ут таралған. Әле ваҡиға урынында тәртип һаҡлау органдары фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә эшләй. Фото: скриншот.Автор: Рәмилә Мусинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Zapravka-shartla-an-404400/

Волгоград ҡалаһының Тракторозавод районында автозаправка шартлаған. Әле уны һүндергәндәр. Шартлау һөҙөмтәһендә әлегә ун өс кешенең зыян күреүе билдәле. Зыян күргәндәрҙең дүртәүһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы хеҙмәткәрҙәре, уларҙың берәүһе ауыр хәлдә, дауаханала ята. Тағы ла туғыҙ кеше дауаханаға оҙатылған, ә өс кеше дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
“Дүрт шартлау булды. Бер тапҡыр шартлағас, әллә ни иғтибар бирмәнек. Аҙаҡ кешеләр ҡысҡырыша башлағас, ҡарарға булдыҡ. Унан һуң тағы ла өс көслө шарлау яңғыраны, хатта тәҙрәләр сыңлап китте”, “Бер нисә шартлау булды. Һуңғы шартлау шундай көслө булды, хатта йорт һелкенде. Төтөн һәм ялҡын ике тарафта ла булды”, “Өсөнсө ут иң көслөһө ине, тулҡын һәм эҫе 400 метрға етте”, “Иң көслө шартлау ваҡытында 1,5 саҡрым алыҫлыҡта инем, йорт һелкенде, “хәҙер емерелә инде” тип уйланым” тип уртаҡлаша ваҡиға шаһиттары.
Мәғлүм булыуынса, заправка эргәһендә газ ташыған автомобиль шартлаған, һуңынан ут таралған. Әле ваҡиға урынында тәртип һаҡлау органдары фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә эшләй.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: