Синоптиктар белдереүенсә, эҫе көндәр быйылға артта ҡалды. Артабан ямғырҙар һәм һалҡын көндәр генә килә. Тик һаман һыу ятҡылыҡтарында батҡан кешеләр бар. Сираттағы бәхетһеҙ осраҡ кисә Краснокама районының Николо-Березовка ауылында булды. Кама йылғаһынан 35 йәшлек типһә тимер өҙөрҙәй ир кәүҙәһен һөйрәп сығарғандар.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул һыу инеү тыйылған урында дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр эскән.
Бер мәлдә ул һыу төшөп килергә булған, тик кире әйләнеп ҡайтмаған. Урынға килгән ҡотҡарыусылар ни бары уның кәүҙәһен генә һөйрәп сығарған. Ведомствола билдәләүҙәренсә, һыуҙағы үлем иң күбе иҫерек кешеләр араһында теркәлә.
“Эскән кешелә хәүеф тойғоһо юғала, рефлекстары кәмей, хәрәкәт координацияһы насарая. Бындай хәлдә кеше адекват һәм тиҙ генә реакция бирә алмай. Һәм бата башлаһа, ул үҙен-үҙе ҡотҡара алмай”, – тине Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев.
Бөгөн тышта бигерәк ҡотһоҙ: ямғыр яуа һәм һалҡын. Инде бынан ары һыу буйында үлемдәр ысынлап кәмер тип ышанайыҡ.