Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2020, 11:11

Фәнүрҙең үлеме шаңҡытты...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы яҙмыш уны бәләнән йолоп алып ҡала алмай

9 август иртәһендә Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында “Volkswagen Polo“ менән “Волга” автомобилдәре ҡатнашлығында булған аварияла 34 йәшлек егет һәләк булды. “Volkswagen Polo” автомобилендәге егет Белорет районы Ҡаһарман ауылынан. Был ҡот осҡос ваҡиға Ҡаһарман ауылы халҡын шаңҡытты...
Фәнүр Сәфиуллин менән бер урамда йәшәнек, күрше тип әйтһәм дә була. Бик матур, татыу ғаиләлә үҫте. Үҙе лә ихлас, тырыш, алсаҡ, һәр саҡ ҡояштай балҡып, йылмайып йөрөнө. “Һаумы, апай! Хәлдәр нисек?”, – тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып һаулыҡ һорашып, хәлдәрҙе белешмәйенсә үтмәй. Быйыл йәй ауылға ҡайтҡанда уны Үҙән ауылына тиклем ултыртып алып барҙыҡ, ике туған ҡустыһын армияға оҙатырға китеп бара ине. Шунда ул үҙенең хәлдәре менән уртаҡлашты.
– Әле Магнитогорск ҡалаһында полицияла бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор булып хеҙмәт итәм. Эшем оҡшай, артабан үҫергә лә кәрәк. Ҡалала кәләш менән фатир ҙа алдыҡ. Яңыраҡ яңы машина алдым. Теге автомобилем тураһында ишеткәнһегеҙҙер – янды бит. Китеп барғанда ҡапыл ут тоҡанды, машинанан ҡыҙҙы алып сағырға ғына өлгөрҙөм, – тине Фәнүр.
Был хәл быйыл йәй була. Фәнүрҙең машинаһы тыуған ауылы эргәһендә юлда китеп барғанда тоҡанып китә. Гөлт итеп ҡалған машинан бер нәмәне лә сығарып өлгөрмәй. Был хәлдән һуң күп тә үтмәй яңы автомобиль алғайны. Тик был юлы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш уны бәләнән йолоп алып ҡала алмай. Туҡтауһыҙ яуған ямғырлы август иртәһендә тыуған ауылына елдергән автомобиль бордюрға һуғылып, егеттең ғүмерен өҙә...
Ҙур хыялдар, пландар менән йәшәргә ынтылған Фәнүрҙең ғүмере көтөлмәгәндә өҙөлдө. Әрәм булды тырыш, әҙәпле, итәғәтле ауылдашыбыҙ...
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: