Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2020, 11:22

Егерме һарай янған

Төнгө янғын кемдәргә зыян килтергән?

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идалығына баш ҡаланың Калинин районында ҙур янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткәндәр.
Ут Ҡыйғы урамында сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр килгәс, бер түгел, егерме ағас һарайҙың бер юлы гөлтләп яныуын асыҡлаған.
Ҡыуанысҡа күрә, был аяныслы ваҡиғала берәү ҙә зыян күрмәгән. Әлбиттә, һарай хужаларына килгән матди зыянды иҫәпләмәгәндә. Янғын һүндереүҙә туғыҙ махсус машина һәм 21 ҡотҡарыусы ҡатнашҡан.
Көндәрҙең тағы ла эҫе һәм ҡоро тороуы ошондай аяныслы хәлдәргә килтерә лә инде. Ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: