Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2020, 10:40

Авария ҡорбандары арта...

Ә һыуға батҡандар кәмей башланы.

Был аҙнала нисә кеше һыуға батҡан, аварияларҙа һәм янғындарҙа һәләк булған? Был һандар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында билдәле булды.
Көндәр һыуытыу менән һыуҙа батыу осраҡтары кәмене. Тик барыбер тулыһынса бөтмәне. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала һигеҙ кешенең ғүмере һыу ятҡылыҡтарында өҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар алты ғүмерҙе аяп алып ҡалыуға өлгәшкән.
Янғындарға килгәндә, уларҙың һаны – 155. Бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Быйыл янғындарҙа үлгәндәр һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 35 кешегә кәмерәк. Был осорҙа һигеҙ урман янғыны теркәлгән.
Комитет рәйесе иҫкәртә: урмандарҙа емеш-еләк һәм бәшмәк йыйырға тип киткән кешеләр юғала башлаған. Үткән аҙнала ғәйеп булғандар табылған, тик башҡаларға ла һаҡ булырға, белгән урынға ғына йөрөргә кәрәк.
Ә бына аварияларға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында аҙна һайын тиерлек артыу күҙәтелә. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев хәбәр итеүенсә, был ваҡыт арауығында теркәлгән 90 юл-транспорт фажиғәһендә 103 кеше йәрәхәтләнгән, 17 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ял көндәрендә генә биш кеше һәләк булған. Бында туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һәм тиҙлекте арттырыу ғәйепле. Рулдә ултырған иҫеректәрҙе асыҡлау буйынса ла эштәр дауам итә.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: