Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Август 2020, 11:27

Андрей Назаров: “Ауыл халҡы тыуған ерен ташлап китмәһен өсөн, Хөкүмәт ташламалы ипотека менән ярҙам итергә тейеш”

Тәү сиратта был ауылда ҡалған йәштәргә ҡағыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте президиумында “Домокомплект” проектының киләсәге тураһында һөйләштеләр. Уның асылы шунда: ағастан шәхси йорт төҙөр өсөн займдар биреү. Займдың күләме 300 мең һумдан артмай, ул биш йылға бирелә. Был программа буйынса 11 мең кеше сиратта тора.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин билдәләүенсә, 2011 йылдан әлеге программа ярҙамында 1598 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Йәмғеһе 434 миллион һум аҡса бүленгән.
Һуңғы осорҙа торлаҡ төҙөү баҙарында тағы ла “Жилстройсбережения” менән “Ауыл ипотекаһы” кеүек яңы программалар ҙа барлыҡҡа килде.
Андрей Назаров иһә торлаҡ баҙарындағы хәлде иҫәпкә алып, “Домокомплект” программаһын ҡайтанан ҡарап сығырға, өҫтәмәләр индерергә кәрәклеген белдерҙе.
- Ауыл халҡын ташламалы ипотека, торлаҡ шарттарын яҡшртыуға субсидиялар менән ылыҡтырырға кәрәк. Тәү сиратта был ауылда ҡалған йәштәргә аяҡҡа баҫырға, йорт һалырға ярҙам итерҙәй программа булырға тейеш, - тине Андрей Назаров.
Фото Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: