Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Август 2020, 19:37

Бер көндә алты кеше юғалған

*

Белорет районының Сосновка ауылынан 71 йәшлек ҡатын, бәшмәк йыям тип, урманға сығып киткән дә юғалған. Ярай әле ҡотҡарыусылар уны тиҙ тапҡан. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Ошондай уҡ хәл Иглин районында теркәлгән. Райондың Орловка ауылынан 70 йәшлек ир юғалған. Шулай уҡ бәшмәк эҙләргә тип сығып киткән ирҙе тапҡандар. Был юлы уны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы ҡотҡарыусылары ҡотҡарған.
Бөгөн төндә тағы Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан дүрт кешенең юғалыуы хаҡында хәбәр иткәндәр. Әле уларҙы эҙләү эше бара.
Август – халыҡтың күпләп бәшмәк йыйған осоро. Шуға урмандарға сыҡһағыҙ, ябай ҡағиҙәләр хаҡында онотмаһағыҙ ине. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә тәбиғәт ҡосағына яңғыҙ сығыу хәүефле. Уларға юғалыу ғына түгел, сәләмәтлегенең ҡаҡшауы кеүек хәүеф-хәтәр янауы ихтимал. Шулай итеп, ғүмерҙән дә ҡәҙерле нәмә юҡ донъяла. Шуға һәр ерҙә һаҡ булыу бер ҡасан ҡамасау булмаҫ.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: