Балтас районында бик аяныслы фажиғә булған. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, өс айлыҡ бәпес карауатында үле килеш табылған. Алдан күҙаллауҙарынса, сабый йоҡлағанда тонсоғоп үлгән.
Әле үлем сәбәбен аныҡ асыҡлау өсөн суд медицинаһы экспертизаһы үткәрелә. Ә фажиғә урынын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшергән.
Беҙ ошондай сикһеҙ ҙур юғалтыу кисергән ата-әсәнең, уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәләкәстәребеҙҙе, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡурсалайыҡ. Бәлә-ҡаза һәммәбеҙҙе лә урап үтһен.