Был хаҡта инвалид ирҙең ҡыҙы социаль селтәрҙә мөрәжәғәт итә. “Яҡынса 19.00 – 21.30 сәғәттәр араһында йорт алдында ултырған колясканы урланылар. Шул сәбәпле атайым - I төркөм инвалиды хәрәкәт итеүҙән мәхрүм ҡалды. Бәлки, был бары тик балаларҙың шаярыуылыр. Һәр мәғлүмәткә шат буласаҡбыҙ”, - тип яҙа Екатерина.
Нимә генә булмаһын, урлыҡмы, әллә балаларҙың шаярыуы – яҡшы хәл түгел. Әгәр урлыҡ икән, кемдең ундай эшкә ҡулы барыуы мөмкин? Ә инде балаларға килгәндә, улар инвалид коляскаһының шаяртыу объекты булмауын бала саҡтан аңлап, белеп үҫергә тейештер. Коляска тиҙ арала табылыр, тип ышанайыҡ.