Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Август 2020, 09:41

"Беҙҙең өс балабыҙ әсәйһеҙ ҡалды..."

Мотоциклға эләгеп фажиғәгә тарыған 33 йәшлек ҡатындың ире мөрәжәғәт итеп, авария мәлен теркәгән видеояҙманы табышыуҙа ярҙам һораған.

Горобзор.ру редакцияһына 24 июлдә мотоциклға эләгеп фажиғәгә тарыған 33 йәшлек ҡатындың ире мөрәжәғәт итеп, авария мәлен теркәгән видеояҙманы табышыуҙа ярҙам һораған. Уның ҡатыны дауаханала вафат булған.

Һүҙ Максимовкала 24 июлдә булған юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында бара. Башҡортостан ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, "Хонда" мотоциклына идара иткән 19 йәшлек егет юл ситенән китеп барған ҡатынды бәрҙерә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, водитель рулгә танытмаһыҙ һәм эскән килеш ултырған. Ғаилә башлығы һөйләүенсә, ҡатыны ике әхирәте менән юл ситенән китеп барғанда ҡаршыларына мотоцикл килеп сыҡҡан. Хәрәкәт ваҡытында мотоциклдың ручкаһы ҡатынға ҡағылып үтә, ул шул тиклем көслө булғандыр, ҡатын һауала ике тапҡыр әйләнеп юл уртаһына осоп барып ята. "Уның мейеһе һелкенгән, күкрәк ситлеге һынған, эске ағзалары йәрәхәтләнгән. Хәлде ишеткәс тә, күп булһа, 20 минут үткәндер, килеп еттем. Был ваҡытта егетте туғандары уратып алған, үҙе шлемда ине. Әйтеүҙәренсә, авария мәлендә ул шлемһыҙ булған", ти Андрей. Хәҙер ул юл-транспорт ваҡиғаһы яҙылған видеояҙманы эҙләй, шуға ошо тирәнән үткән водителдәрҙән ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. "Егет биш тәүлек кенә ултырып сыҡҡан да иректә йөрөй, ә минең ҡатыным үлде. Өс балабыҙ - иң бәләкәйенә - 1,4 йәш, иң өлкәненә -5 - әсәйһеҙ ҡалды. Хәҙер миңә уларҙы ҡарарға ла, аҡса эшләргә лә кәрәк", ти Андрей. Тағы ла ир шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: ҡатыны фажиғәгә тарыған урында һаман бер ниндәй ҙә юл тамғаһы ҡуйылмаған, үткәүел дә юҡ. Ҡатыны тапалғандан һуң тағы бер малайҙы ошо урында бәрҙергәндәр, бәхеткә, ул тере ҡалған.

24 июлдәге аварияны күреүселәр булһа, Андрей 79196172841 һандарына шылтыратыуҙарын үтенә.

Фото:utv.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: