Бөгөн төндә Салауат ҡалаһының дауаханаһында янғын синализацияһы эшләй башлай. Ваҡиға урынына шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре вәкилдәре юллана. Биш этажлы бинаның подвалынан төтөн сыҡҡан була.
Хәүефле урындан 70 кеше эвакуацияланған. Ҡаза күреүселәр юҡ.
Асыҡ янғынды һүндерәләр. Быға 28 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителә.
Әлеге мәлдә янғындың сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй.
Фото: "Башинформ" сайтынан.