Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Август 2020, 23:44

Һыу төбөндә – йәнә кәүҙә

Ул дуҫтары менән ял итергә барған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы йәйҙә бындай яңылыҡтар бер кемде лә аптыратмай ҙа, ә иң насары ҡурҡытмай ҙа. Шулай инде, бер көндө 10-15-әр кеше батҡан осраҡтар булды бит.
Сираттағы бәхетһеҙ осраҡ Яңауыл районында була. 29 июлдә Буй йылғаһы төбөнән водолаздар 46 йәшлек ирҙең кәүҙәһен күтәрәләр. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул был көндө дуҫтары менән йылға ярына ял итергә тип килгән була.
Пляж һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән булһа ла, ир һыу эсенә төшөп китә. Һөҙөмтәлә уны көслө ағым алып китә һәм ул бата. Йылға буйында һыу инеү тыйылғанын аңлатыусы табличкалар ҙа ҡуйылған булған, тик ир уға иғтибар итеп тормай шул.
Был ялдар йәнә эҫе килә. Күптәр тағы һыу буйҙарына ял итергә сығыр. Һыуҙың сираттағы ҡорбаны булмаҫ өсөн барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Улар ябай ғына: тәғәйенләнмәгән урында һыу инмәҫкә, иҫерек килеш һыуға төшмәҫкә һәм балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа. Ғүмеребеҙ үҙебеҙҙең ҡулда.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: