Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2020, 23:36

Йырсы Зәмирә Рәжәпованы Хәниә Фәрхи менән нимә бәйләгән...

Зәмирә "Күп тапҡыр яҙаһым килде, нишләптер ышанмаҫтар, тип уйланым... Бөгөн бына яҙаһым килде. Хәйерлегә булһын был төш”.

Хәниә Фәрхиҙең үлеменә өс йыл булыу уңайынан, уның тураһында бик күптәр иҫтәлектәрен яңыртты. Зәмирә Рәжәпова ла инстаграм битендә Хәниә Фәрхи менән бәйле булған бер хәлде яҙған, был турала ул өс кенә кешегә һөйләгән. “Был хаҡта мин өс кенә кешегә һөйләнем... Хәниә апайҙың вафатынан һуң, Г.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы директоры Ҡәҙим Нәзирович һәм Ғәбделхәй Биктаһиров иҫкә алыу кисәһе ойошторҙолар. Хәниә апай менән бергә концерттар эшләү тәжрибәһе булғанғамы, мәрхүмә үҙе лә мине яҡын итә ине, концерттың сценарий һәм режиссураһын миңә тапшырҙылар. Мораль яҡтан бик ауыр концерт булды ул... Әҙерләнгән ваҡытта Ғәбделхәй ағай, ғөмүмән, һөйләшә алмаҫ дәрәжәлә ине. Хәтерләйем Ҡәҙим Нәзирович бүлмәһендә кәңәшмәгә йыйылабыҙ, Ғәбделхәй ағай күҙ йоммай илый, мин ауыҙ асып һүҙ әйтә алмайым, илайым, Ҡәҙим Нәзирович уйға батҡан. Артистарға рәхмәт, һәр береһе ҙур хөрмәт менән килде был концертҡа. Афиша сыҡҡансы, кассала билет бөткән ине. Икенсе көн ҡуйҙылар, уға ла билет бөттө, аҙна буйына ҡуйһаң концертты, аҙна буйына халыҡ ағылыр ине, яраталар шул Хәниә апайҙы. Был концертта иламайынса йырлаған артист булдымы икән, Ғәбделхәй ағай иһә өс көн концерт ҡарай алманы... Филармония тирәләй әйләнеп йөрөнө. Ике көндән төш күрәм. Беҙ кесе ҡыҙы Алһыу менән ишек янында баҫып торабыҙ, Хәниә апай түрҙәрәк Әлиәнең ике ҡулынан тотҡан да ашыға-ашыға нимәлер һөйләй. Үҙе китергә ашыға, яртылаш ишек яғына боролған үҙе, һаман нимәлер аңлата... Аҙаҡ ишек янына килде лә Алһыуҙың ҡулын тотоп һөйләй башланы, мин янда һау буллашырға сират көтөп торам, шул саҡ миңә күҙ ташланы ла, шундай йылы итеп йылмайҙы ла миңә табан эйелә төшөп, ике ҡулы менән минең ҡулымды тотоп: "Рәхмәт, аҡыллым", – тине... Тертләп уяндым, сөнки ул уны ап-асыҡ итеп ҡолағыма әйтте... Ул төш әле лә ап-асыҡ күҙ алдымда! Урының йәннәт түрҙәрендә булһын, Хәниә апай”, – тип яҙған Зәмирә. "Күп тапҡыр яҙаһым килде, нишләптер ышанмаҫтар, тип уйланым... Бөгөн бына яҙаһым килде. Хәйерлегә булһын был төш”.
Фото:Proufu.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: