Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2020, 23:32

Малайҙы үҙ әсәһе үлтергән...

Аҙаҡ үҙенә ҡул һалған. Ә атай кеше Себерҙә эштә...

Был кешеләргә нимә булған? Көн һайын тиерлек республикабыҙҙа ҡот осҡос һәм ҡырағай енәйәттәр булып ҡына тора. Кисә билдәле булғаны йәнә халыҡты тетрәндерҙе. Октябрьский ҡалаһында 11 йәшлек малай менән уның 42 йәшлек әсәһенең кәүҙәһе табылды тип хәбәр иткәйнек. Уларҙы кемдеңдер үлтергәне билдәле булғайны.
Ә бына бөгөнгө яңылыҡ бөтөнләй шаҡ ҡатыра. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малайҙы үҙ әсәһе бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Аҙаҡ үҙенә ҡул һалған. Фатир эстән бикләнгән булған. Күршеләре хәбәр итеүенсә, кәүҙәләр бында бер нисә көн дауамында ятыуы ихтимал, сөнки алама еҫ килә башлаған.
– Уның ире Себерҙә, вахтала. Ғаилә имен ине, аҡса менән проблемалары юҡ. Ул ҡатындың башына берәй нимә “һуҡҡандыр”. Улдары отличник ине, әсәһе һәр саҡ уның уҡыуын күҙәтте, ярҙам итте, – ти урындағы кешеләр.
Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәлде тикшереү бара. Был ваҡиғаны тикшереүҙе Тәфтиш комитеты һәм прокуратура үҙ контроленә алған.
Имен ғаиләлә ни эшләп бындай ҡот осҡос хәл килеп сыҡҡан? Ниндәй хәл итә алмаҫлыҡ проблемалар ҡатынды бындай аҙымға этәргән? Шул тиклем һорауҙар күп, ә яуаптар булырмы? Билдәһеҙ...
Фото: Подслушано Октябрьский / Vk.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: