Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2020, 23:46

15 кеше йәрәхәтләнгән

*

Кисә республика юлдарында 8 юл аварияһы теркәлгән, бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.
Өфөлә «ВАЗ-2109» һәм «Лада Калина» автомобилдәре бәрелешә. Беренсе машина менән 19 йәшлек егет, икенсеһе менән 19 йәшлек ҡыҙ идара иткән була. Күрәһең водителдәрҙең автомобиль йөрөтөү оҫталығы самалы булғандыр, икеһе лә былтыр ғына танытма алған булалар.
Һөҙөмтәлә, водителдәргә һәм өс пассажирға медицина ярҙамы талап ителә.
Ә Бүздәк районында өс автомобиль - Lifan, Kia Optima еңел машиналары һәм «КамАЗ” бәрелешә. Һөҙөмтәлә, еңел автомобилдәрҙең пассажирҙары - 8 йәшлек бала һәм 56 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла.
Ике юл-транспорт ваҡиғаларының да сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ-нан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: