Иглин районының Көҙөй ауылында, хужабикәһе өйҙә булмағанда, йорто янып киткән. Бөтә тапҡан мөлкәте янып юҡҡа сыҡҡан. Янғын һүндереүселәргә күршеләре хәбәр иткән. Янғындың сәбәбе – ирен көнләшеп ярһыған ҡатындың өйгә ут төртөүендә.
Ошо хәлгә тиклем йорт хужабикәһенә ирен эҙләп килгән 43 йәшлек ҡатын, туҙынып китеп, тәҙрәләргә кирбес ырғыта башлай. Йорттағы сымдарҙы ҡырҡа, электр счетчигын вата, хужабикә утһыҙ ҡала. Тик ул полицияға хәбәр итеп тормай, ауылдашының тынысланырына ниәт тота. Ире өйҙән сығып ҡасҡан ҡатын тынысланырға уйламай ҙа, “көндәше” булмаған арала, йәнә килеп, уның йортона ут төртә.
Үс алыусы тотолған, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Йорт-мөлкәтһеҙ ҡалған ҡатынды туғандары үҙ янына һыйындырған. Өлкәндәрҙең ут менән шаярыуы, шәхси мәсьәләләрен хәүефле ғәмәлдәр ярҙамында хәл итергә тырышыуы һис тә башҡа һыйырлыҡ түгел. Яман ҡылыҡтан яҡшылыҡ та юҡ.”Бөрсәһен бөтөрәм тип, тунын утҡа ырғытҡан” әҙәмде хәтерләтә был ваҡиға.
Фото:Эске эштәр министрлығы.