Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Август 2020, 23:38

Тракторсы ҡатынды күрмәгән...

Төндә 54 йәшлек ҡатын юл буйлап китеп барған...

Белорет районында төндә 54 йәшлек ҡатын юл буйлап китеп барған. Ошо ваҡытта Ҡурған өлкәһенән 46 йәшлек ир ауыр йөк тарттыра торған тракторҙа хәрәкәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡатынды бәрҙергән. Йәйәүле фажиғә урынында һәләк булған, тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Водителдең әйтеүенсә, ҡатын ҡараңғы төндә ҡаршыға килгән булған. Шуныһы үкенесле: һәләк булған кешенең кейемендә бер ниндәй яҡтыртҡыс элементтар булмаған.
Әйткәндәй, биш йыл элек Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгәйне. Улар юлдарҙа йөрөгән йәйәүлеләргә кейемендә яҡтыртҡыс әйберҙәрҙе тағыуға ҡағыла. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, юлдағы йәйәүлеләр менән бәйле 90 процент юл-транспорт ваҡиғалары тап ошо сәбәп арҡаһында килеп сыға. Шуға күрә ошондай яҡтыртҡыс элементтарҙың ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалыуға ярҙам итеүе хаҡында онотмайыҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, водитель аҡ кейемдәге кешене 50 метр арауыҡта күрһә, яҡтыртҡыс кейемле кешене иһә 130 метр арауыҡта уҡ шәйләй. Ә бына махсус йәшел яҡтыртҡыс кейемдәгеләр 150 метр алыҫлыҡта уҡ күренә икән. Шуға әйҙәгеҙ, транспорт сараһының хәүеф сығанағы икәнлеген күҙ уңында тотайыҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәйек, тағы ошо үрҙә әйтелгән яҡтыртҡыс әйберҙәрҙе кейемгә ҡуйыу йәки тегеү хаҡында хәстәрлек күрәйек. Был осраҡта йәйәүлеләр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары кәмер ине.
Фото: республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: