"Өфө-КП" порталы хәбәр итеүенсә, Белорет ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында ир менән ҡатындың мәйеттәре табылған. Ҡот осҡос табыш хаҡында хәбәр алғас та, урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына йүнәлә. Асыҡланыуынса, мәйеттәр 60 йәшлек йорт хужаһының һәм уның 56 йәшлек ҡатыныныҡы булып сыға. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, уларҙың бында дүрт көн ятҡаны ихтимал. Хоҡуҡ һаҡсылары үлем осрағының криминаль булмауы хаҡында иҫкәртә, сөнки тикшереү барышында бер ниндәй ҙә шикле әйберҙәр табылмай. Әммә криминалистар эсеп бөтөрөлмәгән быяла шешәләге араҡыны тартып ала һәм шыйыҡсаны тикшереүгә ебәрәләр. Оло йәштәге ғаилә парының спиртлы эсемлектән ағыуланыу осрағы ла инҡар ителмәй.