Бәхетһеҙ осраҡ Өфөлә, Таш кисеү янында була. Бындағы автомобиль күперенән 16 йәшлек үҫмер Ҡариҙел йылғаһына һикергән. Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер күперҙә дуҫтары менән бергә булған. Улар алдында шәп булып күренергә теләпме, егет күперҙән һикерергә була. Тик был уйланылмаған аҙымы фажиғәгә килтерә.
– Шаһиттар белдереүенсә, үҫмер сисенгән булған, һыуға барып төшкәс, тәүҙә ул өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, тик бер ниндәй хәрәкәт тә яһамаған. бер нисә секунд эсендә кәүҙәһе тулыһынса һыу аҫтына киткән һәм башҡаса күренмәгән, – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Әле үҫмерҙең кәүҙәһен водолаздар эҙләй. Быға тиклем ҡотҡарыусылар катер менән йылға өҫтөн ҡарап сыҡҡан, тик һөҙөмтә булмаған. Ваҡиғаның нисек килеп сығыуын хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлай.