Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июль 2020, 22:49

Манипулятор һәм йөк машинаһы аҫтында ҡалғандар

62 йәшлек ҡатын менән 54 йәшлек ирҙең ғүмере аяныслы өҙөлгән.

62 йәшлек ҡатын менән 54 йәшлек ирҙең ғүмере аяныслы өҙөлгән.
Кисә Бәләбәйҙәге Совет урамында 41 йәшлек ир “Амур” манипуляторында боролғанда йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан үтеп барған хаҡлы ялдағы ҡатынды күрмәгән һәм уны бәрҙергән. Һөҙөмтәлә ҡатындың ғүмере “Ашығыс ярҙам” машинаһында өҙөлгән.
Төнгө 12-гә ҡарай Һамар – Өфө – Силәбе юлының 1317-се километрында – Туймазы районында – тағы бер үлемесле һәләкәт теркәлгән. Түбәнге Новгород өлкәһенән 48 йәшлек ир “Scania” йөк машинаһында урындағы 54 йәшлек ирҙе тапатҡан. Уның ғүмере өҙөлгән. Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ир йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан үтеп барған һәм уның кейемендә яҡтыртҡыс билдәләр булмаған.
Республика ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә республикала 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 12 кеше йәрәхәтләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, транспорт сараһы кешегә уңайлыҡтар ғына булдырмай, уның менән һаҡһыҙ ҡыланһаң, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәһәң, хәүеф-хәтәр сығанағына әйләнеүенә ихтимал. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: