Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июль 2020, 09:15

Исемен дә хәтерләмәй...

Уға туғандарының ярҙамы, хәстәрлеге бик кәрәк!

Нефтекама ҡала дауаханаһына етди сирле ҡатынды килтергәндәр, тик ул бер ни ҙә хәтерләмәй, исемен дә, туғандарын да. Социаль селтәрҙә уның яҡындарын эҙләү дауам итә.
Ҡатын ошо көндәрҙә травматология бүлегенә урынлаштырылған. Урамда уға инсульт булған, иҫен юғалтып, бик ҡаты бәрелгән, тип иҫәпләй табиптар.
Кем ҡатынды таный, Нефтекама ҡала дауаханаһына мотлаҡ шылтыратығыҙ, тип үтенәләр. Уға туғандарының ярҙамы, хәстәрлеге бик кәрәк! Эҙләүҙә ҡатнашҡан мәрхәмәтле, кеше ҡайғыһына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Фото: Горобзор.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: