Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июль 2020, 09:57

Эҫе. Йылға. Баталар

Йыл башынан 122 кешенең ғүмере һыу ятҡылыҡтарында өҙөлгән

Быйылғы ысынбарлыҡ аяуһыҙ: кешеләр бик күп һыуҙа бата. Йыл башынан алып ҡына 122 кешенең ғүмере һыу ятҡылыҡтарында өҙөлгән. Шуларҙың етеһе – балалар. Былтыр ошо уҡ ваҡытта 68 кеше батып үлгән булған. Уҙған эҫе аҙнала 40 кеше, 12 июлдә, мәҫәлән, 12 кеше батты. Был аҙна аҙағына тиклем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы бер нисә тиҫтә ғүмерҙең өҙөлөүе бар...

Статистика шуны күрһәтә: батып үлгәндәрҙең 70 проценты ир-ат. Һәм улар күпселек осраҡта иҫерек булған. Тағы бер дөйөм һыҙат, ғәҙәттә, ауылдарҙа йәшәгәндәр бата. Ә иң күбе кешеләр һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урын­дарҙа һәләк була. Бер яҡтан аңлашыла кеүек, рәсми пляжда кеше күп, ул һеҙ йәшәгән ерҙән йырағыраҡ урынлашыуы ла ихтимал. Тик яңылыш өҙөлгән ғүмерҙе был уңайһыҙлыҡтар менән сағыш­тырыу мөмкин түгел. Ҡулай­лаштырылған пляждарҙа иһә ҡотҡарыусылар ҙа бар, табиптар ҙа даими дежурҙа. Һыу төбө хәүефһеҙ була һәм тәрән урынды күрһәткән ҡалҡыуыстар ҙа урынлаштырыла.
Властар, яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволар был осраҡта ҡул ҡаушырып ултырмай, әлбиттә. Даими рәүештә рейдтар, иҫкәртеү саралары үткәрелә, киң матбуғат саралары һәм интернет аша хәүеф­һеҙлек саралары тураһындағы мәғлүмәт, һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре бирелә.

Ошондай иҫкәртеү рейдта­рының береһе шаршамбы көндө Өфөлә Ағиҙел йыл­ғаһында ойошторолдо. Унда ҡотҡарыусылар ғына түгел, ә журналистар ҙа ҡатнашты. Катерҙарҙа йылға буйына рейдҡа яуаплы кешеләрҙән Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғи­тов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш­ҡортостан буйынса Баш идара­лығы начальнигы Марат Латипов, Башҡорт­остандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сыҡты. Әйткәндәй, уға тиклем “Рәсәй” медиаүҙәгендә һыуҙағы хәүеф­һеҙлеккә арналған онлайн-брифинг та үтте.

Иҫереккә Ағиҙел тубыҡтан

Был көндө һауа температураһы +36 градусты күрһәтә ине. Журналистар һәм яуаплы ведомстволар белгестәре дүрт катерҙа Ағиҙел буйлап “сәйәхәткә” юлланды. Эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, Дуҫ­лыҡ монументы ҡаршыһында урын­лашҡан “Ҡояшлы” пляжында халыҡ туп-тулы. Ял көндәрендә үтеп тә булмауы аңлашыла. Бындағы кешеләр яҡланған: һыу эсендә ҡотҡарыусылар катеры тегеләй-былай үтә, ярҙа табиптар­ҙың машинаһы тора. Тимәк, бында һин батып үлмәйәсәкһең. Һәм был – иң мөһиме.

Ә бына рәсми пляждан саҡ ҡына өҫтәрәк урынлашҡан, һыу инеү өсөн махсус ҡулайлаштырылмаған урында дежур иткән ҡотҡарыу­сылар юҡ. Уның ҡарауы, кеше күп. Йәй башында тап ошо урында ике ир батып үлгәйне. Уларҙың икеһе лә йәп-йәш, типһә тимер өҙөрлөк ир-ат ине. Рәсми пляжға яҡын булыуына ҡарамаҫтан, ул йылғаның бөгөлөп киткән ерендә урын­лашҡан, һәм ҡотҡарыусылар был ерҙе күрмәй. Шул уҡ ваҡытта ағым да көслөрәк, ҡапыл тәрәнәйеп киткән ерҙәре лә байтаҡ.
Беҙҙең катерҙар шул ергә барып туҡтаны. Ярҙа кеше бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында иҫеректәр һәм яр буйында табын ҡороп ултырғандар ҙа осраны. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре, инспекторҙар кешеләргә бында һыу инмәүҙе, рәсми пляжға күсеүҙе һораны.

Кемдәрҙер әйберҙәрен йыйып, иҫкәртеүгә буйһонһа, араларында кәңәшкә иғтибар итмәй, ярҙа ҡалғандар ҙа байтаҡ булды. Айырыуса иҫеректәр ҡолаҡ һалманы. Һалманы ғына түгел, ҡаршылашып, хоҡуҡтарын яҡлап маташтылар.

Был тәңгәлдә ҡотҡарыу­сылар һәм инспекторҙарҙың хоҡуҡтары киң түгел, улар ни бары иҫкәртә генә ала. Эйе, махсус тәғәйен­ләнмәгән ерҙә һыу ингән өсөн штраф та бар. Уның күләме мең һумдан биш мең һумға тиклем барып етә. Тик ял итеүселәр ҙә хәйләкәр. Беренсенән, улар килгән катерҙарҙы йәки формалағы кешеләрҙе күреү менән ярға сыға һала. Тимәк, һыу инмәйҙәр, ә ярҙа ҡыҙыналар ғына. Бәйләнерлек урын да юҡ. Икенсенән, штраф һалыр өсөн “һыу инеү тыйыла” тигән табличка булырға тейеш. Тик беҙҙең халыҡ бында ла юлын тапҡан: ҡуйылған табличканы алып ташлағандар. Инспекторҙар белде­реүенсә, уны әллә нисә тапҡыр килтереп ҡуйғандар, тик һәр ваҡыт алып ташларға әҙер “аҡыллы баштар” табылып тора.

Ә бына ярҙағы агрессив иҫеректәр менән бер ни тиклем көрәшеп була. Әгәр янда полиция булһа. Улар йәмәғәт урынында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн протокол төҙөй, кәрәк булһа, бүлексәгә алып китә ала. Беҙ килгән саҡта, тап шундай эш башҡарыла ине. Шыр иҫерек ир аяғында ла баҫып тора алмай, ә үҙе һыуға төшөргә маташа. Саҡ ҡына тәрәнгә китһә, уның батыуы көн кеүек асыҡ бит. Тик ул ғына быны танырға теләмәй. Иҫереккә Ағиҙел тубыҡтан шул...

Катер менән идара итеү уйын түгел

Беҙҙең төркөм ултырған катер Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәр­ҙәренеке ине. Өлкән дәүләт инспекторы Геннадий Колотик рейд барышында үҙенең төп бурыстарын да башҡарҙы. Инспекция катерҙарға һәм башҡа моторлы бәләкәй судноларҙы теркәү, улар менән идара итеү өсөн танытмалар биреү, имтихандар ҡабул итеү һәм тикшереү менән дә шөғөлләнә. Шуға күрә беҙ Ағиҙел буйлап йөрөгән катерҙарҙы туҡтатып, документтарын тикшерҙек, ҡағиҙәләр үтәлешен барланыҡ.

Талаптар етди, автомобиль водителдәренеке кеүек үк. Мотлаҡ судно менән идара итеү хоҡуғы биргән таныҡлығың, катерға хоҡу­ғыңды дәлилләгән документтарың булырға тейеш. Тағы бер талап: ҡотҡарыусы жилет кейгән булырға тейешһең.
Был йәһәттән проблемалар булманы. Инспекторҙар биш-алты катерҙы туҡтатып тикшерҙе, барыһы ла талаптарҙы үтәй. Документтар ҙа бар, жилеттар ҙа кейелгән. Судно менән идара итеүселәр айыҡ. Күптәренең янында бәләкәй балалар ҙа ултыра. Улар ҙа мотлаҡ жилеттарҙа.

Рейдтар ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ

Артабан катерҙар Ағиҙел буйлап үргә юлланды һәм Ташлы кисеүгә, Затон яғына тиклем барып етте. Яр буйы тулы халыҡ. Ҡайҙа етте, шунда төшкәндәр һәм һыу инәләр. Балалары менән килгәндәр ҙә байтаҡ. Өрөп тултырылған матрас­тарҙа йөрөүселәр ҙә осрай. Ағым әллә ҡайҙа алып китеүе бар тип уйламайҙар, күрәһең.

– Республикала әле көндәр бик эҫе тора. Күптәр ҡулайлашты­рылмаған урында һыу инә һәм шунда бата, – тине вице-премьер Ирек Сәғитов рейд аҙағында. – Көн һайын республика пляждарында 250 самаһы мобиль төркөм эшләй, уларҙың утыҙҙан ашыуы Өфөлә. Был төркөмдәргә полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, йәмәғәт хәүеф­һеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре инә. Улар кешеләргә аңлатыу эштәре алып бара: ҡулайлаш­тырылмаған урында һыу инергә, ярҙа спиртлы эсемлектәр эсергә ярамай. Матур итеп һөйләшкәнде аңламаған һәм агрессия күрһәт­кәндәргә ҡарата протокол төҙөргә тура килә. Төркөмдәр балалары булған кешеләрҙе лә күҙәтә. Ата-әсә менән аңлатыу эштәре алып баралар, балаларынан күҙ яҙлыҡтыр­маһындар, уларҙы тәрәнгә ебәрмә­һендәр тип киҫәтәләр. Минеңсә, бындай иҫкәртеү рейдтары үҙ емешен бирер, хәл яҡшыға үҙгәрер һәм шул тиклем күп батҡан кешеләр бөтөр.

Эйе, даими тылҡып торһаң, кемгәлер ҡағиҙәләр барып етә һәм тәғәйенләнмәгән урында һыуға сумыр алдынан уйлана. Рейдтар ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ. Тик барыбер төп яуаплылыҡ үҙебеҙҙә. Ҡағиҙәләр бик ябай, уларҙы үтәү ғүмерҙәрҙе һаҡлай.

Иң мөһиме – һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урын­дарҙы һайларға кәрәк. Бындай урындар тураһындағы мәғлүмәт менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтындағы интерактив картала танышырға мөмкин. Быйыл Башҡортостанда 86 аттестация­ланған пляж бар. Әйткәндәй, уларҙы асыу буйынса эш әле һаман дауам итә.

Бәхетһеҙ осраҡтар башлыса кешенең ғәйебе менән, уның үҙ көс-ҡеүәтен, мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламауы, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен үтәмәүе арҡаһында теркәлә. Шуға күрә таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә кәрәк. Бындай урындарҙа һыу аҫтында көслө, һалҡын ағым, өйрөлмәк, лапы булыуы ихтимал.

Йылғаның төбө ниндәй икәнен белмәй тороп, һыуға сумырға ярамай: ташҡа, торбаға, ағасҡа, арматураға бәрелеүегеҙ ихтимал. Иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыуға төшмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Ишелергә торған текә яр буйлап йөрөмәгеҙ.
Балалар өсөн яуаплылыҡ – ата-әсә иңендә. Уларҙы һыу буйына алып бараһығыҙ икән, бер секундҡа ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Бәләкәй балаға батыу өсөн бер секунд етә.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: