Был ҡот осҡос хәл хаҡында полицияға хәбәр иткәндәр.
Учалы ҡалаһында 63 йәшлек ир дуҫына килгән. Мәжлес ваҡытында низағ сыҡҡан. Өй хужаһы ҡунағына 15 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Хаҡлы ялдағы 63 йәшлек ирҙе “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға килтергәндәр. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы һөҙөмтәһендә ирҙең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.
Был аяныслы хәл буйынса материалдар төбәк Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Ә енәйәтте ҡылған ир ҡулға алынған, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.