Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июль 2020, 11:35

Дүрт балаһы әсәйһеҙ нисек үҫер?

Шуныһы: ул ауырлы булған һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, коронавирустан үлгән.

Башҡортостанда күңелһеҙ хәл: 32 йәшлек ҡатын һәләк булды. Шуныһы: ул ауырлы булған һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, коронавирустан үлгән. Был турала “ГорОбзор” баҫмаһы хәбәр итә.
Лилиәнең туғандары белдереүенсә, уны һуңғы срокта Нефтекаманан Өфөләге Дим бала табыу йортона килтергәндәр. Дауаханаға һалған саҡта үпкәһенең 25 проценты зыян күргән булған.
“Уны ике көн буйы тулғаҡ тотҡан, тик табиптар кесарев киҫеме эшләмәгән. Ә яһағас, Лилиәнең үпкәһе 75 процентҡа зыян күргәне асыҡланған. Коронавирус булған унда, ике үпкәһе лә ныҡ зарарланған. Лилиә комаға китте һәм, аңына килә алмай, 16 июндә һәләк булды”, – ти ҡатындың яҡын туғаны.
Уның дүрт балаһы ҡалған: өс улы һәм туғыҙ көнлөк кенә ҡыҙы. Шөкөр, бала иҫән, унда коронавирус юҡ. Хәҙер ире, балаларҙың атаһы, ҡатынының ата-әсәһе менән йәшәйәсәк. Бәпесте Лилиәнең әсәһе ҡараясаҡ. Яҡындары фекере буйынса, ул Нефтекама дауаханаһында коронавирус йоҡтороуы ихтимал, бында ул ауырлы булараҡ планлы тикшереүҙәргә йөрөгән.
"Ул сибәр, шат күңелле кеше ине, һәр ваҡыт балалары менән шөғөлләнде, уларҙы үҫтереү өсөн тырышты. Ата-әсәһенә, иренә түҙемлек теләйбеҙ. Дүрт баланы әсәйһеҙ үҫтереүе, ай-һай, ауыр булыр шул", – ти Лилиәнең яҡындары.
Бөгөн мәрхүмәне Саҡмағош районында ерләйҙәр. Ул ысынлап та коронавирус менән сирләгәнме, юҡмы, әлегә билдәле түгел. Рәсми яуап алырға кәрәк.
Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: ГорОбзор.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: