Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июль 2020, 10:38

Еңел автомобилде ике йөк машинаһы ҡыҫа...

Был тиклем ҡаты бәрелештә еңел машина водителенә иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмай.

Ҡот осҡос авария бөгөн Мәләүез районында, Өфө – Ырымбур юлының 175-се километрында теркәлә. “ВАЗ-2107” автомобилендә китеп барған 62 йәшлек ирҙе ике ҙур йөк машинаһы тура мәғәнәһендә ҡыҫа.
Ишембай ҡалаһы кешеһе бәләкәй юлдан ҙур трассаға сығып килгән саҡта, уңға боролам тип, “Скания” йөк машинаһына барып бәрелә. Ул транспортҡа 65 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһе идара иткән. Бәрелеш шул тиклем көслө була: еңел автомобилде юл ситендә торған икенсе бер йөк машинаһына килтереп һуға.
Был тиклем ҡаты бәрелештә еңел машина водителенә иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмай шул, ул урында һәләк була. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, аварияның сәбәптәрен асыҡлай.
Фото "Бәйләнештә" "БашДТП" төркөмөнән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: