Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июль 2020, 14:03

Ағас ботаҡтарына йәбешергә өлгөргән...

Айҙар ҡаршы яҡтағы ярға йөҙөп сығып, балаға һыуҙан сығырға ярҙам итә һәм...

Яңауыл районының 21 йәшлек егетен икеләнмәй батырҙар рәтенә индерергә була: Айҙар Рамазанов үҙенең ғүмере тураһында уйлап та тормай, һыуҙа батыусы баланы ҡотҡарыуға ташлана.
Был хәл кисә, 16 июлдә, Татар Ураҙаһы ауылынан алыҫ түгел Беүә йылғаһында була. Ете йәшлек ҡыҙ йылға эсендә уйнай, ҡапыл ағым баланы аяҡтан йығып, ярҙан ситкә ағыҙып алып китә. Һуңғы мәлдә ҡыҙ ағас ботаҡтарына йәбешергә өлгөрә, тик хәле генә етмәй... Шаһиттар ҡотҡарыусыларға шылтырата, тик Айҙар уларҙың килгәнен көтмәҫкә була, сөнки баланың һыу аҫтына китеүе ихтимал. Айҙар ҡаршы яҡтағы ярға йөҙөп сығып, балаға һыуҙан сығырға ярҙам итә. Ҡыҙ ныҡ ҡурҡыуға төшһә лә, һыу йоторға өлгөрмәгән була. Медицина хеҙмәткәрҙәре уның һаулығын тикшергәндән һуң ата-әсәһенә тапшыра.
Көн һайын һыу ятҡылыҡтарында тиҫтәләгән кеше батып үлә. Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк, ти ҡотҡарыусылар. Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйына ебәрмәгеҙ, ҡырағай пляждарҙа һыу инмәгеҙ, тип иҫкәртә улар.
Фото:4krestika.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: