Был турала, үҙ сығанаҡтарына нигеҙләнеп, Уфасити порталы хәбәр итә. Урынға хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп еткән. Эксперттар билдәләүенсә, мәйет ярты йыллап ҡоҙоҡта ятҡан. Тышҡы яҡтан ҡарағанда, бәрелгән-һуғылған, туҡмалған эҙҙәр күренмәй. Был кешенең шәхесен дә асыҡлағандар. Ул - 56 йәшлек Баймаҡ кешеһе, аныҡ ҡына йәшәгән урыны ла булмаған. Шуныһы аптырашта ҡалдыра: үлеп ятҡан кешене ярты йыл буйы нисек берәү ҙә шәйләмәне икән?