Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Июль 2020, 16:24

Муйынына таш бәйләнгән...

Табылған мәйеттең кем икәнлеге асыҡланған...

Һыу менән бәйле башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр дауам итә.
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһынан муйынына таш бәйләнгән мәйетте һыуҙан сығаралар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Вафат булыусының кем булыуы әлегә билдәһеҙ икәнлеге хаҡында хәбәр иткәйнек. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан уның шәхесе асыҡланған, ул - Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 72 йәшлек пенсионер булған. Әлегә уның кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән, үлем сәбәбе тикшереләсәк. Ваҡиға урынынан 400 һум аҡса, бау, асҡыс, тәре һәм шариклы ручка алынған.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: