Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Июль 2020, 23:44

Үҫмер йөҙә белмәгән шул...

Башҡортостанда йәнә үҫмер үлеме теркәлде. Йәнә һыуҙа..

Бәхетһеҙ осраҡ кисә кис Сипайлово биҫтәһендә, паром кисеүе янында була. 15 йәшлек егет Ҡариҙел йылғаһы буйлап йөрөргә була. Уның әхирәте белдереүенсә, малай йөҙә белмәгән һәм ни бары һай урында йылғаны кисеп йөрөгән.
Паром ярға килеп туҡтай торған ергә килеп еткәс, үҫмер ҡапыл һыу аҫтына киткән. Был ерҙә йылға ҡапыл тәрәнәйә һәм ул өс метрға тиклем етә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға бер кем дә ярҙамға килмәй. Баланың кәүҙәһен аҙағыраҡ ҡотҡарыусылар сығара.
Был ваҡиға буйынса республиканың Тәфтиш комитеты тикшереү ойошторған. Башҡортостанда быйыл һыуға батып үлгән кешеләр бик күп. Июлдә генә 55 кеше батҡан, уларҙың етәүһе – бәлиғ булмаған балалар.
Ҡотҡарыусылар сираттағы тапҡыр иҫкәртә: йылға төбө тигеҙ түгел, унда соҡорҙар, ботаҡтар, сәнәғәт сүп-сары күп. Причалдар һәм суднолар туҡтаған ерҙә йөрөү айырыуса хәүефле. Әле генә һай булған урын ҡапыл тәрәнәйеп китеүе ихтимал. Йөҙә белмәгән кеше өсөн был үлемесле ҡурҡыныс.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: