Ял итеп ҡайтҡандарына бер аҙна инде, улым менән киленемде әйтәм, юҡҡа ғына асыуланышып, һаман да һөйләшмәй йөрөйҙәр. Ә миңә бик ҡыйын, улар үҙ-ара күгәрсендәй гөрләшмәгәс. Их, исмаһам, айырым йәшәһәләр, быларҙың береһен дә күрмәҫ инем.
Ашарға саҡырһам, береһе килә, икенсеһе юҡ... Килен менән сәй эсһәм, улым яҡын да юлламай. Икеһе лә өлкәнәйеп килгән, биш йәшлек улдары булған ир менән ҡатын, фото арҡаһында асыуланышып, хәҙер минең йәнгә тейеп йәшәйҙәр.
Килен иренән үҙе теләгән ракурста, ғәмәлдәгенән зифараҡ итеп, фотоға төшөрөүҙе һораған, ә тегенеһе, киреһенсә, үҙенсә эшләгән һәм ҡатынының асыуына тейгән. Улым тәүҙә һүҙҙе көлкөгә борорға тырышҡан, аҙаҡ ҡатыны ярһый башлағас, тупаҫ һүҙ ысҡындырған.
Киленем менән һөйләшеп, уны аҡыллыраҡ, һығылмалыраҡ булырға өгөтләп ҡараным. Тик ул һаман да асыулы, “минең ялымды боҙоуы ғына етмәгән, социаль селтәргә һалынырға тейешле фотоларҙы боҙҙо” тип йәне көйә.
Мин, ғөмүмән, ғаиләлә булған бөтә хәлде, шәхси тормошто ғәм халыҡҡа күрһәтеүҙе аңламайым, ни өсөн, кем өсөн һалалар фотоларҙы социаль селтәргә? Маҡтаныу, шәплегеңде күрһәтеү өсөнмө? Киленемә бер һүҙ ҙә әйтмәнем шулай ҙа, үҙе беләлер. Мин ейәнем менән шөғөлләнәм, урамда велосипедта йөрөтәм, сөнки әлегә ата-әсәнең унда ҡайғыһы юғыраҡ. Икеһе лә үпкәләрен һаҡлауҙан бушамай, яңылыш һүҙ ысҡындырып ҡуймайым, тип ҡурҡып йәшәй.
Ярашыуын ярашырҙар... Ошондай энә осондай сәбәп арҡаһында айырылышып ҡуймаҫтар бит инде. Уларҙың араһына ҡыҫылырға баҙнат итмәйем, үҙҙәренең аҡылға ултырыуын көтәм.
(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).