Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Июль 2020, 20:30

Былтыр әсәһеҙ ҡалған, быйыл - ирһеҙ...

Азаматтың 23 йәшлек ҡатыны һәм өс йәшлек ҡыҙы ҡалған. Йәштәр дүрт йыл элек өйләнешкән, ә 2017 йылдың 8 мартында ҡыҙҙары тыуған.

Уҙған ялдарҙа республикала үлемесле авария теркәлгәйне. М5 трассаһында, Туймазы районы биләмәһендә “ВАЗ-2110” менән “Хендай Крета” автомобилдәре бәрелеште. Ватан автомобиле рулендә 30 йәшлек Туймазы районы егете Азамат ултырһа, икенсе машинала 35 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе була. Бәрелеш бик көслө булған, Азаматтың машинаһы юлдан осоп китә һәм әйләнә. Йәш ир һәләкәт урынында йән бирә.
“КП-Уфа” баҫмаһы был аварияға аныҡлыҡтар индергән. Урында йәшәгән кешеләр һәм шаһиттар белдереүенсә, табиптар килеп еткәнсе Азамат тере булған.
– Авариянан һуң ул бер сәғәт самаһы ятты, уны табиптар ваҡытында алып китмәне, сөнки пульсты тикшерә торған аппараттары эшләмәй ине. Бәлки, уға ярҙам итеп булмай тип уйлағандарҙыр. Бәлки, күп ваҡыт юғалтҡандарҙыр. Кем белә, шунда уҡ дауаханаға алып китһәләр, иҫән дә ҡалыр ине, – тигән бер ҡатын.
Иң үкенеслеһе, Азаматтың өс йәшлек ҡыҙы һәм 23 йәшлек ҡатыны ҡалған. Былтыр ғына ҡатын әсәһеҙ ҡалған, быйыл - ирһеҙ. Йәштәр 2016 йылда өйләнешкән, ә 2017 йылдың 8 мартында ҡыҙҙары тыуған.
– Бик матур ғаилә ине. Азамат һәр ваҡыт ҡыҙы һәм ҡатыны өсөн тырышты, – тиҙәр уның дуҫтары.
Ҡатынына килгәндә, уның хәле бик ауыр.
– Ҡатынына икенсе көн уколдар яһап торалар, шуның менән генә тыныслана, уға ныҡ ҡыйын, – ти яҡындары.
Аварияның нисек булғанын бер кем дә белмәй. Икенсе машинаның регистраторы булған, тик авария ваҡытында юғалған тигән имеш-мимеш тә йөрөй. Икенселәр белдереүенсә, Азаматтың машинаһы боҙоҡ булған һәм ошо аварияға килтергән.
Әле уның туғандары авария ваҡытынан видеорегистратор яҙмаһын эҙләй. ЮХХДИ тикшереү эше алып бара. Азаматтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: