Бәхетһеҙ осраҡ кисә, 6 июлдә, Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһында була. Кешеләрҙең күҙе алдында 13 йәшлек ҡыҙ бата. Шаһиттар шунда уҡ ҡотҡарыусылар саҡыра, тик ярҙам итергә өлгөрмәйҙәр. Кәүҙә табылмай, уны эҙләү дауам итә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙың кемлеге асыҡланған.
Һыуҙа кисә тағы бер фажиғә теркәлде. Ҡариҙел районында Ҡариҙел йылғаһында ике моторлы кәмә бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике кеше йәрәхәтләнә: 38 йәшлек ир һәм биш йәшлек бала. Урында тәфтишселәр эшләп, был ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Көндәр был арала бик эҫе торасаҡ. Күптәребеҙ һыу буйҙарына ял итергә, һыу инергә барасаҡ. Һаҡ булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һаҡлайыҡ. Ҡағиҙәләр бик ябай: махсус рөхсәт ителгән урында һыу инеү, иҫерек килеш һыуға төшмәү, балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмау. Көсөгөҙ етмәй икән, тәрәнгә китмәгеҙ.