Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Июль 2020, 11:06

Күршеһе 95 мең һум түләйәсәк

Бар бәләне урам эттәренә япһарырға маташһа ла...

Яңыраҡ Өфөлә шәхси секторҙа йәшәгән кешенең өйрәк һәм күркәләрен нимәлер тамаҡлап сыҡҡаны тураһында мәғлүмәт булғайны. Урындағы халыҡ бының кемдең эше икәнлеген белә алмай, төрлөсө фараз ҡылды, хатта ысынбарлыҡта булмаған чупакабра тип тә бөттөләр.

Тик яуап ябай булып сыға: был хәлдә күршеһенең эттәре ғәйепле булыуы асыҡлана. Хужаһына ошо турала дәғүә белдерелгәс, ҡатын үҙ тәрбиәләнеүселәрен яҡлашып, бар бәләне хужаһыҙ йөрөгән урам эттәренә япһарырға маташа.

Оҙаҡ бәхәсләшкәндән, шаһиттарҙан һорашҡандан һуң зыян күреүсе судҡа мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә күршенән күрелгән зыян өсөн 95 мең һум күләмендә аҡса түләтергә тигән ҡарар сығарылған.

Яңыраҡ Бәләбәйҙә лә ошоға оҡшаш хәл булған: эттәр бик күп йорт ҡоштарын тамаҡлап, туҙҙырып сыҡҡан. Ә был осраҡта ас йөрөгән урам эттәре ғәйепле, ти халыҡ.

Фото: bashnews
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: