Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Июль 2020, 11:07

Иҫерек килеш бәхәсләшеп...

Күлдең икенсе ярына йөҙөп сығырға ҡарар иткән егеттәрҙең ниәте фажиғәле тамамланған.

Йәй һәр кем рәхәтләнеп ял итергә, һаулығын нығытырға тырыша. Эҫе көндәрҙә айырыуса күптәр ғаиләһе менән йылға, күл буйҙарына сығырға атлығып тора.
Баш ҡалабыҙҙа дуҫтар, иҫерткес эсемлек ҡулланғандан һуң, Оҙон күл буйына юллана. Әммә уларҙың сәйәхәте фажиғәле тамамлана.

Һыуҙағы был фажиғә 4 июлдә теркәлгән. Киске сәғәт алтынсы яртыла Өфө янындағы Оҙон күленә 24 йәшлек егет батып үлгән. Йәштәрҙең йыһазландырылмаған пляжда ял иткәне асыҡланған. Иҫереп алғас, бәхәсләшеп, күлде йөҙөп сығырға ҡарар итәләр. Икәүһе ярға уңышлы килеп етә, тик өсөнсөһөнөң хәле етмәй. Дуҫтары уны ҡотҡарыу өсөн һыуға ташлана, әммә һуң була. Хәҙер Өфө ҡалаһының ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре күлдә эҙләү эштәре алып бара.
Махсус йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инергә мөмкин икәнен онотмаһаҡ ине.

Фото: ufa.aif.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: