Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Июль 2020, 10:33

Әлегә өс кешенең үлгәне билдәле...

Ҡот осҡос авария кисә көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә була

Бөгөн республикабыҙҙа йәнә бер ҡот осҡос авария теркәлде. Ул Благовещен районында була.
ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, төштән һуң Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 41-се километрында “Нексия” менән “Нива” бәрелешә. Фотоларҙан күренеүенсә, бәрелеш ҡот осҡос булған. “Нексия” машинаһынан тик тимер өйөмө генә ҡалған.
"Әлегә “Нексия”лағы өс кешенең үлгәне билдәле. Улар – ике ир һәм бер ҡатын. Урында ҡотҡарыусылар, табиптар, полиция эшләй. Хәлгә асыҡлыҡтар индерелә”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Социаль селтәрҙәр аша аварияны күргәндәр хәбәр итеүҙәренсә, “Нива”ла шулай уҡ йәрәхәтләнгән кешеләр бар. Ә һәләк булғандар ҡарап тороуға 20-30 йәшлек. Авария урыны киң һәм асыҡ ер булған тиҙәр, шуға күрә уның сәбәбе юғары тиҙлек булыуы ихтимал.
Әлеге ваҡытта кемдең ғәйепле икәне билдәле түгел, быны юл полицияһына асыҡларға кәрәк.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: