Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Июль 2020, 10:29

Бәхет ике тапҡыр йылмаймай...

Шөкөр, иҫән ҡалдыҡ тип ҡыуан да, ҡайтып кит тә бит. Тик бер аҙ ял иткәс, иҫеректәр батырлыҡтарын еренә еткереп ҡуйырға була...

Көндәр һалҡын торғас, һыуға батып үлгәндәр тураһында хәбәрҙәр ишетелмәй тора ине. Күңелһеҙ яңылыҡ кисә Мәләүез тарафтарынан килде. Бында күлдә 37 йәшлек ир батып үлгән. Шуныһы: ул шыр иҫерек булған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты был фажиғәнең нисек булғанын һөйләне. Өс ир күл буйында мәжлес ҡора. Мәжлес тигәнең, иҫергәнсе эсәләр инде. Эстәренә йылы төшкән ирҙәр батырайып китә һәм икәүһе күлде аша йөҙөп сығырға була. Бер мәл хәлдәре бөтә һәм бата башлайҙар. Быны күреп ҡалған шаһиттар уларҙы ҡотҡарырға ташлана һәм икеһен дә ярға һөйрәп сығара.
Шөкөр, иҫән ҡалдыҡ тип ҡыуан да, ҡайтып кит тә бит. Тик бер аҙ ял иткәс, иҫеректәр батырлыҡтарын еренә еткереп ҡуйырға була. Берәүһе яр буйлап ҡаршы яҡҡа китһә, икенсеһе йөҙөп сығырға була. Был тапҡыр ҙа уның күлде аша йөҙөргә хәле етмәй һәм ул бата башлай. Бәхет ике тапҡыр йылмаймай шул, был юлы ул ысынлап һыу төбөнә китә. Ҡотҡарыусылар һөйрәп сығарған саҡта, ул тонсоғоп үлгән була.
Синоптиктар бөгөндән алып йылы, хатта эҫе көндәр вәғәҙә итә. Халыҡ күпләп һыу буйҙарына ашығасаҡ. Зинһар, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп кенә һыу инегеҙ. Иң мөһиме, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ. Һәм әлбиттә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йәйҙәребеҙ имен үтһен!
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: