Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы фатирҙа 34 йәшлек ҡатындың мәйете табылған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, ул енәйәтсе ҡулынан һәләк булған.
Ҡатын менән законлы никахта булмаған, әммә бергә йәшәгән 23 йәшлек ирҙе эҙләү иғлан ителгән. Ул өс айлыҡ сабыйҙы алып ҡайҙалыр ҡасҡан, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Бөгөн Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, кешене үлтереүҙә ғәйепләнеүсене Учалы районында ҡулға алғандар. Сабый тураһында бер ни ҙә әйтелмәй, әлегә уның яҙмышы билдәһеҙ. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.