Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Июль 2020, 13:38

“Cәскәгә тип инһәм, һатыусылар иҙәндә...”

56 йәшлек Марат Ғиндуллинға рәхмәт белдерелде, бүләк тапшырылды.

Туймазы ҡалаһында йәшәгән 56 йәшлек Марат Ғиндуллинға Эске эштәр министрлығы тарафынан енәйәтсене тотоуҙа ҡыйыулыҡ һәм уяулыҡ күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерелде, бүләк тапшырылды.
Магазинға барғанда кем енәйәт өҫтөнә тап булырмын тип уйлаһын инде. Марат Ғиндуллин да командировканан ҡайтышлай хәләл ефетенә сәскә алырға тип инеп, магазин тупһаһында көләс һатыусылар урынына үҙенә пистолет йүнәлткән ир менән йөҙгә-йөҙ осраша. Иҙәндә – ҡурҡыштан ҡолаған һатыусы ҡыҙҙар, тирә-яҡта – һибелгән гөлләмәләр, сәскә көршәктәре...
“Минең уйланырға ваҡыт юҡ ине, әҙәм талаусыға сат йәбештем, ҡулдарын ҡайырып, пистолетын тартып алдым”, - тип хәтерләй ул көндө Марат Ғиндуллин. Полицейскийҙар килгәс, ҡоралдың Макаров пистолетына оҡшатып эшләнгән зажигалка икәнлеге асыҡлана.
Армия хеҙмәтендә сынығыуҙың ярҙам иткәнен ир йәшермәй, йылғырлыҡ, оперативлыҡ көндәлек тормошта ла кәрәк шул.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: