Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Июль 2020, 15:36

Баланың ни ғәйебе бар?

Атай кеше иртәгәһенә баланы үҙе менән урамға йөрөргә тип алып сыҡҡан һәм йәшертен рәүештә Башҡортостанға алып киткән.

Өфөлә Пензала тыуған бер йәшлек сабыйҙы эҙләйҙәр. Атаһы баланы әсәһенән йәшереп алып ҡасҡан. Борсоуға төшкән әсәй ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Ир менән ҡатын айырылышырға йөрөгән. Суд уларға 23 июнгә тиклем килешеү өсөн өс ай ваҡыт биргән. Атай кеше иртәгәһенә баланы үҙе менән урамға йөрөргә тип алып сыҡҡан һәм йәшертен рәүештә Башҡортостанға алып киткән.
Елена Столярова республикабыҙҙағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә, опека белгестәре менән ирҙең йәшәгән урынында булып, суд ҡарарына тиклем сабыйҙы әсәһенә ҡайтарырға ышандырыуҙарын үтенеп хат ебәргән. Суд әлегә бәләкәстең кем менән ҡаласағын билдәләмәгән.
Полиция атай менән сабыйҙы көсөргәнешле эҙләүен дауам итә. Балаларҙың ата-әсә ҡулында үс алыу ҡоралына әүерелеүе йышая бара. Сабыйына яҡшылыҡ теләгән кешенең бындай аҙымға барыуы мөмкин түгел.
Фото:7152.kz
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: