Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июнь 2020, 10:52

Эльвира Моратова фажиғәле һәләк булған

Учалы филармонияһының йәш солисын һуңғы юлға оҙаттылар

Кисә Учалыла Учалы филармонияһының «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Эльвира Моратованы һуңғы юлға оҙаттылар. Ул 28 июндә фажиғәле һәләк булған.
«Башинформ» агентлығына филармония етәкселегенән хәбәр итеүҙәренсә, уның кәүҙәһен өйөндә тормош иптәше тапҡан.
Эльвира Моратова 1987 йылда тыуған. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын, 2011 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған. 2010 йылдан С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында «Хореография ижады» бүлегендә уҡытҡан.
«Уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән коллегаһы, уҡытыусыһының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Беҙ ошо изге күңелле, яҡты Кешене, Дуҫты, Уҡытыусыны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә», – тип яҙылған колледждың сайтында.
Артист 10 йылдан ашыу Учалы филармонияһында эшләгән, тамашасылар ҙа уны бик яратҡан. Бер нисә тапҡыр «Байыҡ» республика бейеү конкурсы лауреаты булған. Уның биш йәшлек ҡыҙы ҡалған.
Әлеге ваҡытта уның үлем сәбәптәре тикшерелә.
Читайте нас: