Аяныслы ваҡиға Илеш районында теркәлгән. Өс йәшлек малай йортонда ҡайнар һыуға бешеп һәләк була.
"Вести" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, район үҙәгенең бер шәхси йортонда өс йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡайнар һыулы сәйнүк ҡолап төшә. Үкенесле, йәш бала ауыр тән йәрәхәттәре ала. Уны тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһында урындағы дауаханаға оҙаталар. Табиптар малайға һәр яҡлап медицина ярҙамы күрһәтә, әммә табиптар уны үлем тоҙағынан ҡотҡарып ҡала алмай. Йәш бала аңына килмәй, йән бирә.
Әле был хәл буйынса тикшереү эше башланған. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.