Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июнь 2020, 11:24

Әсәһе тип тормаған...

49 йәшлек ҡатынды 20 йәшлек улы...

Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында ҡот осҡос хәл була. Үҙенең дача йортонда 49 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, меҫкен ҡатынды бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр. Енәйәт айырыуса яуызлыҡ менән ҡылынған: ҡатындың йөрәге, эсе сәнскеләнгән, арҡаһы, бите һәм ҡулдары ҡырҡылған.
Ә иң ҡурҡынысы, был енәйәтте уның үҙ балаһы башҡарған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатындың 20 йәшлек улын ҡулға алған. Күп тә үтмәй ул енәйәт башҡарыуын таный. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Билдәле булыуынса, егет күрше райондағы колледжда белем алған.
Ғүмер бүләк иткән әсәйеңде шундай яуызлыҡ менән үлтереүгә нимә этәрҙе икән был йәш егетте? Бер ниндәй ярлыҡау юҡ кеүек...
Фото: tulapressa.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: