Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июнь 2020, 11:19

Мысырҙан килгән студент булған...

Тәүлек буйы эҙләнгән кәүҙә табылды

Баш ҡалалағы һыу ятҡылығында халыҡ алдында 20 йәшлек егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Ағиҙелдең “Ҡояшлы” пляжынан өҫтәрәк ерҙә рельефтың ҡапыл төшкән урындары бар. Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, егет тап ошо тыйылған урынға һыу инергә төшә.
Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Водолаздар тәүлек буйы эҙләй торғас, батҡан кешенең кәүҙәһен таба. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған Мысыр гражданы булып сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек ошондай фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Бөгөн Дим районының “Козарез” баҡсалары янында Ағиҙел йылғаһында йәнә бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Уның шәхесен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: