Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июнь 2020, 11:27

Малайҙарҙың икеһе лә табылды...

Ҡурҡыныс фараздар ысын булып сыҡты. Был - Мазовтар... Әсәләре уларҙы таныған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурҡыныс фараздар ысынбарлыҡ булып сыҡты. Бөгөн иртән Мазовтарҙың улына оҡшаған бала кәүҙәһе табылғаны тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул ысынлап та малайҙарҙың өлкәне - һигеҙ йәшлек Илья булып сыҡты...
Тик ҡурҡыныс яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй әле. Малайҙарҙың икенсеһенең дә - биш йәшлек Славаның - кәүҙәһе табылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар аталары Артем Мазов менән былтыр 26 октябрҙә ғәйеп булғайны.
Әлеге ваҡытта республиканың Тәфтиш комитеты был яңылыҡҡа аныҡлыҡ индерҙе. Асыҡланыуынса, малайҙарҙың береһе кисә, 19 июндә, Ҡариҙел йылғаһында Өфө ҡалаһының Калинин районы биләмәһендә, икенсеһе бөгөн иртән Дим районы янында Ағиҙелдә табылған. Балаларҙың кәүҙәләрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары һөйрәп сығарған.
Хәбәр ителеүенсә, малайҙарҙы әсәләре Эльмира Мазова таныған. Әле тәфтишселәр суд-медицина экспертизаһы билдәләгән. Улар бының менән малайҙарҙың үлеме сәбәбен асыҡлаясаҡ.
Әлеге ваҡытта тәфтишсе-криминалистар һәм ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр 37 йәшлек Артем Мазовтың кәүҙәһен эҙләй. Эҙләүҙә махсус криминалистик техника, шул иҫәптән пилотһыҙ йөҙөү аппараттары һәм һыу транспорты файҙаланыла.
Бик ныҡ йәл. Мөғжизә булманы...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: