Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июнь 2020, 10:50

Йөк машинаһы биш автомобилде иҙҙе...

Ирле-ҡатынлы ваҡиға урынында һәләк булған, өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Уларҙың барыһы ла - яҡташтарыбыҙ.

Кисә төштән һуң Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән менән Һатҡы ҡалалары араһында, трассаның 1648-се километрында, тормозы эшлектән сыҡҡан йөк машинаһы биш автомобилде иҙҙе...
"Лада Гранта"лағы ирле-ҡатынлы ваҡиға урынында һәләк булған, өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Уларҙың барыһы ла - яҡташтарыбыҙ. 58 йәшлек ирҙең ҡабырғалары, 57 йәшлегенең ҡабырғалары һәм янбашы һынған. 61 йәшлек ҡатынды табиптар ҡарағандан һуң амбулатор дауаланыуға ебәргән.
Һәләкәттә Audi Q7, Renault Sandero, Hino, ВАЗ-2114 автомобилдәре зыян күргән. Ҡазаланған кешеләрҙе машиналарҙан юлдағы эшселәр сығарырға ярҙам иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Аварияла ғәйепле 36 йәшлек шофер һаҡ аҫтына алынған. Ни ғиллә менәндер ул зыян күрмәгән. Хөкөм ҡарары ошо көндәрҙә сығарыласаҡ. Әлегә йөк машинаһы экспертизала.
Был фажиғә социаль селтәрҙәрҙә ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Күптәр йөк машинаһы водителен ситкә боролмауҙа ғәйепләй. Светофорға туҡтаған бер ғәйепһеҙ водителдәр ҡотолоу өсөн бер нәмә лә эшләп өлгөрмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары водителдең руль артында йоҡлап киткәнен инҡар итмәй.
Фото: 74.ru
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: